РӘИМ АЛИЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Башҡорт (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, татар). Ихтилалға 1774 й. июнендә ҡушыла. Башҡорт, мари, татар һәм удмурттарҙан торған отряд (1000‑дән ашыу кеше) башында Ҡазан даруғаһының Ирәкте, Уҫы даруғаһының Уран улустарында, Ҡазан губернаһының Сарапул өйәҙендә һуғышҡан. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.