АСТАТ”, ЯСЙ. Тәбиғи таштан (мәрмәр, гранит һ.б.) йөҙләү эштәре башҡара. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. нигеҙ һалына. Пр‑тие Республика балалар клиник дауаханаһы, “Инкомбанк”, Сәнғәт академияһы, “Нур” театры, “Президент-отель”, “Йоматау” шифаханаһы, Милли-Йәштәр театры һ.б. биналарҙа биҙәү эштәре башҡарған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина