РЕФОРМАЛАР (19 б. 80—90‑сы йй.), реформаларҙың (19 б. 60—80‑се йй.) төп положениеларын ҡайтанан ҡарауға ҡоролған сәйәси курс һәм закон сығарыу акттары. Император Александр II үлтерелгәндән һуң император Александр III инициативаһы м‑н үткәрелә. Р. өсөн нигеҙ булып 1881 й. 14 авг. сығарылған “Дәүләт именлеген һәм йәмғиәт тыныслығын һаҡлау саралары тураһында” положение тора. Р. ваҡытында цензура ҡатылана (1882), башланғыс һәм урта белем биреүҙә сиркәү контроле көсәйә (1884), православие руханиҙарының үҙидараһы сикләнә һ.б. 1889 й. 12 июлендәге земство участка начальниктары т‑дағы положениеға ярашлы, земство начальнигы вазифаһы (дворяндарҙан адм.‑суд әһеле) индерелә, ш. уҡ суд уставтары ҡайтанан ҡарала: судьяларҙың алмашынмау ҡануны (1885), суд ултырыштарының асыҡлығы (1887) сикләнә һәм присяжный заседатель булыр өсөн милек цензы күтәрелә (1887). Земство начальнигы вазифаһы индерелеү м‑н мировой судтар бөтөрөлә (1889). Башҡортостанда земство начальнигы вазифаһы 1894 й. 6 июнендәге “Әстерхан, Олонец, Ырымбур һәм Өфө губерналарында урындағы крәҫтиән һәм суд учреждениеларын 1889 й. 12 июлендәге закон положениеларына ярашлы үҙгәртеү тураһында” положениеһы б‑са индерелә, уның б‑са Өфө губернаһы — 69, Ырымбур губернаһы 41 земство участкаһына бүленә. Земство начальниктары староста, старшиналар, улус һәм шәриғәт суды рәйестәре эшмәкәрлеген күҙәткән, башҡ. общинаһы фондынан аҫабаларҙы һәм керҙәштәрҙе ер м‑н тәьмин итеүҙе һ.б. контролдә тотҡан. 1890 й. 12 июнендәге Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары т‑да положениеға ярашлы, Земство реформаһы ҡайтанан ҡарала. Хакимиәттең земство учреждениелары өҫтөнән күҙәтеүе көсәйә (ҡара: Земство башҡармалары, Земство йыйылыштары). 1892 й. 11 июнендәге Ҡала положениеһына ярашлы, Ҡала реформаһының (1870) төп положениелары юҡҡа сығарыла: ҡала үҙидара органдарының хоҡуҡтары, һайлаусылар иҫәбе (милек цензын күтәреү юлы м‑н) сикләнә. Һайлау хоҡуғы эре буржуазия һәм дворян вәкилдәрендә генә була. 1892 й. сент. Өфөлә земство һәм ҡала эштәре буйынса губерна присутствиелары асылып, унда сауҙагәрҙәр күп була. 19 б. 90‑сы йй. уртаһына Р. ғәмәлдә бөтөрөлә. Земство начальнигы вазифаһы 1917 й. 1 окт. Ваҡытлы хөкүмәт указы, Ҡала положениеһы Ваҡытлы хөкүмәттең “Ҡалаларға йәмғиәт идараһы хаҡындағы ғәмәлдәге положениеларҙы үҙгәртеү тураһында” ғы 1917 й. 9 июнендәге ҡарары м‑н юҡҡа сығарыла. Р. 20 б. башында соц., сәйәси һәм милли ҡаршылыҡтарҙы киҫкенләштерә.

Әҙәб.: К а н т и м и р о в а Р.И. Государственное управление в Уфимской губернии во второй половине XIX — начале XX вв. Уфа; Стерлитамак, 2000; Е м а л е т д и н о в а Г.Э. Городское самоуправление на Южном Урале во второй половине ХIХ — начале ХХ вв. Уфа, 2003.

Р.И.Ҡантимерова, Г.Э.Ямалетдинова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке