ПРОКАЕВ Владимир Николаевич (10.2.1957, Өфө), тренер. Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2004), фехтование б‑са халыҡ‑ара категориялы судья (1997), СССР‑ҙың спорт мастеры (1982). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2003), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1996). БДПИ‑ны тамамлаған (1986). “Зенит” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И.Саблин). 1979 й. алып “Юлдаш” физик культура йортоноң, 1990 й. — БР профсоюздары спорт йәмғиәтенең тренер‑уҡытыусыһы, 1993 й. — 19‑сы ДЮСШ‑ның өлкән тренер‑уҡытыусыһы, 1997 й. — дир., 2009 й. — БР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәгенең (бөтәһе лә — Өфө) дир. урынбаҫары. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.Р.Нәсибуллин, Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастерҙары А.С.Иванов һәм Д.В.Петров, ш. уҡ СССР һәм Рәсәйҙең 16 спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.