ПРАВОТОРОВ Евгений Юрьевич (4.8.1967, Орджоникидзе ҡ.), спортсы. Уҡ атыу б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе, 1996—2000 йй. армия спорт клубы өсөн сығыш яһай (Өфө; тренеры Ю.В.Правоторов). РСФСР чемп. (1982—83), Рәсәйҙең абс. чемп. (1995, 1997), шәхси зачёт‑ та СССР чемпионаттарының көмөш призёры (1984, 1986), команда зачётында Польшала үткән халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (Колобжег ҡ., 1994). СССР (1985 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993—2000) йыйылма командалары ағзаһы.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.