ПОПОВА Надежда Александровна (26.9.1944, Өфө), тренер. Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2000) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1968). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1987). 1968 й. алып “Буревестник” ДСО‑һы физик культура йорто инструкторы, 1969 й. — ишеү б‑са Башҡ‑н өлкә советының “Буревестник” ДСО‑һы тренеры, 1987 й. — уҡытыусы‑тренер, 1989 й. — Башҡ‑н өлкә советының профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәте ДЮСШ өлкән уҡытыусы‑тренеры, 1993 й. — өлкән уҡытыусы‑тренеры һәм 1998 й. башлап байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СДЮСШ директоры. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.Н.Попов, К.Н.Фомичёв, ш. уҡ 20‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Яндекс.Метрика