ПОПОВ Николай Алексеевич (2.11.1933, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Чесноковка а.), тренер. Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2000) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1963). БР‑ҙың атҡ. физ. культура хеҙм‑ре (1992). 1964 й. алып Башҡ‑н өлкә советының “Буревестник”ДСО‑һы тренеры, 1971 й. — өлкән тренеры, 1987 й. — Башҡ‑н өлкә советының профсоюздар ФСО‑һы, 1993 й. – Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СДЮСШ‑ының өлкән уҡытыусы‑тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.Н.Попов, К.Н.Фомичёв, ш. уҡ СССР‑ҙың һәм Рәсәйҙең 30 спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика