РЕМЕЗОВ Семён Ульянович (1642 — 1720 й. һуң), картограф, тарихсы. Дворяндарҙан. Бер нисәүһендә Көньяҡ һәм Урта Уралдың геогр. объекттары, торама пункттары (Далматово, Көңгөр, Өфө һ.б.), файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу урындары билдәләнгән 23 картанан торған “Себерҙең һыҙма китабы” (“Чертёжная книга Сибири”; 1699—1701) тигән тәүге Рәсәй географик атласын төҙөүсе. Атласҡа индерелгән “Бөтә Себер, Тубыл ҡалаһы һәм башҡа төрлө ҡалалар, торлаҡтар һәм далалар һыҙмаһы һәм оҡшашлығы” (“Чертёж и сходство наличия земель всей Сибири, Тобольского города и всех разных градов и жилищ и степи”) картаһында Уралдағы этностарҙың һәм этник төркөмдәрҙең (башҡорт, мари, сыуаш, типтәр, удмурт, ҡарағалпаҡ, нуғай, ҡырғыҙ, ҡалмыҡ һ.б.) ултырған терр‑яһы күрһәтелгән. Башҡортостан терр‑яһы ш. уҡ Р. “Хорограф һыҙма китабы” (“Хорографическая чертёжная книга”; 1697—1711) һәм “Эш һыҙма китабы” (“Служебная чертёжная книга”; 1702—30) атластарында һүрәтләнгән.

Әҙәб.: П с я н ч и н А.В. Семён Ульянович Ремезов и этническое картографирование народов Северной Евразии //Проблемы этногенеза и этнической истории башкирского народа. Уфа, 2006.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018