ПОПОВ Дмитрий Николаевич (10.5. 1971, Өфө), тренер. Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2008), йөҙөү б‑са Рәсәйҙең спорт мастеры (1999). Н.А.Поповтың улы. БДПИ‑ны тамамлаған (2000). “Буревестник” ДСО‑һы (байдарка һәм каноэла ишеү б‑са тренерҙары Попов һәм Н.А.Попова), 18‑се СДЮСШОР (йөҙөү б‑са тренеры И.Л.Тверяков) тәрбиәләнеүсеһе. Терәк‑хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында 50 һәм 100 м дистанцияла ирекле стилдә һәм арҡаға ятып ҡолас ташлап йөҙөү (кроль) б‑са Рәсәй чемп. (13 тапҡыр, 1994—97). 1994 й. башлап тренер‑уҡытыусы, 2009 й. — байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СДЮСШ директоры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры А.А.Сергеева, ш. уҡ Рәсәйҙең 4 спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика