РЕМЕЗОВ Николай Владимирович (1855 й. майы, Ҡазан — 14.11.1915, Владивосток ҡ.), яҙыусы, публицист. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған. 1873 й. алып Өфө крәҫтиән эштәре б‑са губерна присутствиеһында ер үлсәүсе булып эшләй, 1884 й. — Дәүләт мөлкәте министрлығында (С.‑Петербург), 1886 й. — Дворяндар ер банкыһының Смоленск, 1888 й. — Крәҫтиән ер банкыһының Витебск бүлексәләрендә хеҙмәт итә, 1891 й. — Ҡаҙна т. юл ведомствоһында канцелярия чиновнигы (Приморье өлк.). 1880—81 йй. М.Е.Ковалевский етәкс. Өфө губ. ревизия үткәреүҙә ҡатнаша (ҡара: Сенатор ревизиялары). “Ҡырағай Башҡортостан тормошонан очерктар” (“Очерки из жизни дикой Башкирии”; 1—3‑сө китап; 1887—1900), “Өфө губернаһында ер биләүселек. Унда ер милкенең барлыҡҡа килеүенә, тарҡалыуына һәм бүленешенә ҡыҫҡаса тарихи байҡау” (“Землевладение в Уфимской губернии. Краткий исторический обзор образования, дробления и распределения в ней поземельной собственности”; 1889) хеҙмәттәрендә Өфө губ. башҡорттарҙың социаль структураһы һәм хужалығы, колониялаштырыу, хөкүмәттең ер сәйәсәте, ер милкенең төрлө формалары үҫеше сағылдырыла.

А.И.Аҡманов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018