ПОПОВ Алексей Николаевич (2.1.1977, Өфө), спортсы. Байдаркала һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). Н.А.Поповтың улы. БДПИ‑ны тамамлаған (1998). Байдаркала һәм каноэла ишеү б‑са СДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Попов һәм Н.А.Попова). Рәсәй чемп. (11 тапҡыр, 1996—2000), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (5 тапҡыр, 1996—98) һәм бронза (8 тапҡыр, 1996—2001) призёры. Үҫмер спортсылар һәм үҫмерҙәр араһында Донъя кубогы этаптары (3 тапҡыр, 1995) һәм Рәсәй беренселектәре (12 тапҡыр, 1993—96) еңеүсеһе. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995—2000). 2002 й. алып байдаркала һәм каноэла ишеү б‑са СДЮСШ уҡытыусы‑тренеры.

Тәрж.М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика