ПОМЫКАЛОВ Илдар Валерьевич (9.6.1971, Өфө), спортсы. Еңел атлетика бса Рәсәйҙең халыҡара класлы спорт мастеры (1993), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2000). БРҙың күренекле спортсыһы (1997). БДПУны тамамлаған (2003). “Спартак” ДСОһы тәрбиәләнеүсеһе, 1990 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры П.З.Буйлов). Паралимпия уйындары чемп. (2000, 2004) һәм бронза призёры (1996, 2008); 10 км йүгереүҙә (1994), марафон йүгереүендә (1998, 2002) донъя чемп., марафон (1999, 2001) һәм 10 км йүгереүҙә (2003) Европа чемп., күп тапҡыр Рәсәй чемп.; донъя чемпионаттарының көмөш призёры (1994, 2006), Европа чемпионаттарының көмөш (2 тапҡыр, 1993; 1995) һәм бронза (1995, 1999, 2001, 2003, 2005) призёры. Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2002). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993 й. алып). Почёт (2006), Дуҫлыҡ (2002), “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2004), Халыҡтар дуҫлығы (2000), Салауат Юлаев (2008) орд., 2се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2009) мн бүләкләнгән.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке