РЕВОЛЮЦИОН КОММУНИЗМ ПАРТИЯҺЫ (РКП), 1918 й. 25 сент. Мәскәүҙә һул эсерҙар фетнәһенән һуң партиянан сыҡҡан һәм совет власын таныған һул эсерҙар тарафынан ойошторола. РКП(б) м‑н хеҙмәттәшлек итеү, матди етештереү сараларын социаллºштере¢ һәм пролетариат диктатураһын барлыҡ хеҙмәтсәндәр диктатураһы м‑н алмаштырыу өсөн сығыш яһайҙар. РКП ағзалары Бөтә Рәсәй башҡарма ком‑тына ингән. Баҫма органдары: “Воля труда” (“Хеҙмәт ихтыяры”) һәм “Голос земли и труда” (“Ер һәм хеҙмәт тауышы”) гәзиттәре. Етәкселәре: М.А.Натансон, А.Л. Колегаев һ.б. 1919 й. башында Өфө губернаһында РКП‑ның 4 ойошмаһы булдырыла (Өфө, Бәләбәй, Минзәлә ҡҡ. һәм Благовещен з‑дында) һәм РКП‑ның Өфө губерна ком‑ты ойошторола. 17 ғин. РКП Өфө ойошмаһының дөйөм йыйылышында РКП ағзаларының РКП(б) Өфө ойошмаһы составына инеүе (теләктәшлек белдереүселәр төркөмөнә ҡабул ителәләр) т‑да ҡарар сығарыла. 1920 й. февр.—мартында РКП ағзалары “Ҡарағош яуы”н баҫтырыуҙа ҡатнаша. Июндә РКП‑ның Өфө ойошмаһында 21 партия ағзаһы һәм теләктәшлек белдереүсе һанала. Большевиктар м‑н хеҙмәттәшлек итеүҙәренә ҡарамаҫтан, РКП ағзалары совет власы органдары һәм Ғәҙәттән тыш комиссия тарафынан эҙәрлекләүгә дусар ителә. 1920 й. сент. РКП РКП(б) составына инә.

Әҙәб.: Непролетарские партии России: урок истории. М., 1984.

А.Н.Алдашов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018