РЕВИЗИЯЛАР, 18 б. — 19 б. 1‑се ярт. йән башына һалым һалынырға һәм хәрби йөкләмә атҡарырға тейешле Рәсәй империяһы халҡының иҫәбен алыу. Пётр I 1718 й. 26 нояб. указы м‑н индерелә, хөкүмәт күрһәтмәһе б‑са үткәрелә. Барлығы 10 Р. була: 1‑се (1719—27), 2‑се (1743—47), 3‑сө (1762—64), 4‑се (1782—83), 5‑се (1794—96), 6‑сы (1811), 7‑се (1815— 17), 8‑се (1833—35), 9‑сы (1850—51), 10‑сы (1857—58). Р. араһындағы осорҙа тәүҙә алынған мәғлүмәттәр дөрөҫләнгән һәм тулыландырылған. Башҡортостанда Р. ойоштороу һәм уҙғарыу, рәүиз мәғлүмәттәрен төҙөү эшен Ырымбур ҡаҙна палатаһы башҡарған, һуңыраҡ (6‑сы Р. алып) Р. һәм рәүиз мәғлүмәттәрен контролдә тотоу өсөн дворяндарҙың (ҡара: Дворянлыҡ) өйәҙ башлығы һәм урындағы үҙидара органы чиновниктары ингән ваҡытлы ревизия комиссиялары төҙөлгән. Соц. статусы үҙгәреү, рекрутҡа алыныу йәки үлеү ихтималлығына ҡарамаҫтан, ир‑атты киләһе Р. тиклем ғәмәлдәге исемлектән төшөрмәгәндәр һәм һалым һалынған йән башы иҫәбе м‑н теркәгәндәр. 1‑се, 2‑се Р. ваҡытында башҡорттарҙың иҫәбе алынмаған, Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә үткәрелгән 3‑сө Р. улар т‑да мәғлүмәт ҡалмыҡтар, ҡарағалпаҡтар, фарсылар, бохарҙар һ.б. м‑н бергә бирелгән; 4‑се Р. белешмәләре һаҡланмаған тиерлек, округтар б‑са халыҡ иҫәбе т‑да ведомость бар; 7‑се Р. тик аҫаба башҡорттарҙы теркәгәндәр, ергә милек хоҡуғынан (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) мәхрүм ителгән башҡорттар иҫәбе алынмаған. Р. тамамланғас, “Генераль табелдәр” төҙөлгән, 4‑се Р. бөткәндән һуң “Оклад китаптары” (Бөтә Рәсәй йыйылма материалдары) индерелгән.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018