РЕБЕЛИНСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Семён Р. (?—1807), протоиерей. Р.Г.Игнатьевтың мәғлүмәттәре б‑са, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда Өфөнөң баш күтәреүселәр тарафынан ҡамалыуы т‑да яҙып ҡалдырған. Уның улдары: Пётр Семёнович Р. (1753—1810), Троица сиркәүе настоятеле, Ырымбур дини идараһы присутствующийы, Өфө епархияһының дини консисторияһы ағзаһы; Андрей Семёнович Р., Троица сиркәүе священнигы; Михаил Семёнович Р. (1771, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1768—?), надворный советник (1809). 1782 й. алып Ырымбур граждан суды палатаһында, 1806 й. башлап Ырымбур ҡаҙна палатаһында хеҙмәт итә. “Ребелинскийҙар ғаиләһе көндәлектәре” (“Дневники семьи Ребелинских”) авторы. Уның ҡатыны Надежда Петровна Р. 19 б. башында Өфө өйәҙенең Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарынан һатып алынған 25 дисәтинә ер биләгән. Андрей Семёновичтың улы Василий Андреевич Р. (1791—?), титулярный советник (1829). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1808) — Ырымбур сик буйы комиссияһында, 1811 й. башлап Ырымбур енәйәт суды палатаһында, 1812 й. алып Ырымбур хәрби губернаторы канцелярияһында хеҙмәт итә, 1820 й. — Боғорослан өйәҙендә шарап йыйымдарын күҙәтеүсе, 1826 й. — Ырымбур ҡаҙна палатаһында махсус эштәр чиновнигы, 1829 й. — Ырымбур губерна идаралығы советнигы. “Губерна ҡалаһы Өфөнөң ҡыҫҡаса һүрәтләмәһе” (“Краткое описание губернского города Уфы”) авторы. 3‑сө дәрәжә Изге Анна орд. м‑н бүләкләнгән (1832). Михаил Семёновичтың улдары: Михаил Михайлович Р., коллегия регистраторы (1805). 1802 й. Ырымбур граждан суды палатаһында хеҙмәт итә; Иван Михайлович Р. (1785—?), губерна секретары (1809). 1802 й. Ырымбур граждан суды палатаһында; Василий Михайлович Р. (1791—1812), коллегия регистраторы (1809). 1805 й. Ырымбур граждан суды палатаһында хеҙмәт итә. Р. нәҫеле Ырымбур губернаһының нәҫел тарихы китабының 1‑се киҫәгенә яҙылған.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке