РАФИҠОВ Мансур Миңлебай улы [8.12.1964, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Күгәрсен а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], танкист, полк. (2006). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996). 1994—95 йй. Чечен Респ. хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ҡазан юғары танк команда уч‑щеһын (1986), РФ Ҡораллы Көстәренең Дөйөм ғәскәри акад. (Мәскәү, 1999) тамамлаған. 1982 й. алып Совет Армияһында, 1992 й. — Рәсәй армияһында. 1986 й. башлап Германияла Совет ғәскәрҙәре төркөмө составында, 1989 й. — Кавказ аръяғы, 1992 й. — Төньяҡ Кавказ хәрби округтарында хеҙмәт итә. Герой исеменә “Север” берләштерелгән ғәскәрҙәр төркөмөнөң 20‑се гвардия мотоуҡсылар див. айырым танк батальоны ком. гвардия майоры Р. 1995 й. ғин. Грозныйҙы штурмлау ваҡытында барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 2005 й. башлап Калуга өлк. хәрби комиссары урынбаҫары. 2012 й. алып запаста. Батырлыҡ (1995), “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” (2001) орд. м‑н бүләкләнгән.

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018