РАСТЁГИН Григорий Сергеевич (1902, Сембер губ. Сенгилей өйәҙе Лайыш а. — 30.11.1971, Ульяновск ҡ.), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1941). 1931 й. алып Һамар һәм Ульяновск ҡҡ., Урта Волга пароходсылығының сәйәси бүлегендә партия эшендә. 1937 й. окт. башлап ВКП(б) Ульяновск өлкә ком‑тының 1‑се секретары, 1939 й. ғин. — ВКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑тының 1‑се секретары, 1939 й. дек. — 1940 й. сент. ВКП(б)‑ның Ульяновск өлкә ком‑ты секретары, 1946 й. — Ульяновск ВКП(б)‑ның Сталин, Ленин район ком‑ттарының 1‑се секретары, 1953 й. авг. — КПСС Ульяновск өлкә ком‑тының партия комиссияһы ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке