РАКШИН Дмитрий Сергеевич [14.11. 1913, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Ләүйылға а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 9.1.1961, Силәбе өлк. Ельничный ҡсб], Советтар Союзы Геройы (1943). Һатҡы урман сәнәғәте хужалығында (Силәбе өлк.) эшләгән. 1943 й. майынан Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 42‑се гвардия уҡсылар див. 132‑се гвардия уҡсылар полкының пулемёт расчёты ком. гвардия өлкән сержанты Р. 1943 й. 28 сент. Украина ССР‑ының Гребени а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Һатҡы ҡ. эшләй. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943).

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.