РАЗУМОВ Михаил Осипович (ысын исеме Арханцев Арон Иосифович; 1894, Чернигов губ. Глухов ҡ. — 30.10.1937, Мәскәүҙә ерләнгән), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1913 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Октябрь революцияһында, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1919 й. Одесса хәрби округының сәйәси идаралығы нач., 1920 й. башлап Донбасста партия эшендә, 1922 й — РКП(б)‑ның Рыбинск,__ 1923 й. — Орёл губерна ком‑ттары секретары, 1924—26 йй. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары. 1927 й. алып Ҡытайҙа партия эшендә, 1928 й. — ВКП(б)‑ның Татарстан өлкә ком‑ты, 1933 й. — Көнсығыш Себер край һәм өлкә ком‑ттары секретары. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1935).

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018