РАЗРЯД ПРИКАЗЫ, 16 б. — 18 б. башында Рәсәйҙә дәүләт учреждениеларының береһе. Башында дума дьягы торған. Р.п. приказ, аҡса, Мәскәү һәм терр. бүлектәрҙән торған. Приказ ҡарамағында дәүләттең көньяҡ терр‑яһы, хәрби эштәр (хеҙмәтле кешеләр, ҡала һәм полк воеводаларын тәғәйенләү, сик буйы хеҙмәте, нығытмалы сик һыҙыҡтары төҙөү һәм йүнәтеү) булған. Р.п. воеводаларға наказдар яҙылған, ҡала исемлектәре төҙөлгән, разряд кенәгәләре (хәрби һәм дәүләт хеҙмәтенә тәғәйенләү т‑да яҙмалар теркәлгән) алып барылған. 1680 й. алып Рәсәйҙең хеҙмәтле кешеләре Белгород, Владимир, Ҡазан, Новгород, Рязань, Северный, Смоленск, Тамбов разрядтарына (хәрби‑адм. округтар) урынлаштырыла. Өфө өйәҙе Ҡазан һарайы приказы ведомствоһында айырым адм.‑терр. берәмек булып иҫәпләнгән. Р.п. 18 б. башында бөтөрөлә, уның төп бурыстары Хәрби коллегия ҡарамағына тапшырыла.

Әҙәб.: Б у к а н о в а Р.Г. Юго‑восточная политика Российского государства во второй половине XVI века и основание г.Уфы //Уфа: прошлое, настоящее, будущее: материалы респ. науч.‑практ. конф. Уфа, 2000.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.