РАБОВАЛЮК Михаил Иванович [18.10.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Отрада а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 10.2.1945, Германияның Бранденбург провинцияһы], Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет- финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Полк мәктәбен тамамлаған. Отрадала зоотехник булып эшләгән. 1935—37 йй., 1939— 40 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Үҙәк, Брянск, 1‑се Украина, 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 47‑се армия 143‑сө уҡсылар див. 487‑се уҡсылар полкының 45 миллиметрлы пушкалар взводы ком. лейт. Р. 1945 й. 15 ғин. Легвоново ҡ. (Польша) янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1945).

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018