ПОЛИАТЛОН, спорт төрө, комплекслы күпбәйге. Ҡышҡы П., йәки ҡышҡы өсбәйге (саңғы ярышы, көс гимнастикаһы, пуля менән атыу) һәм йәйге, йәки йәйге бишбәйге (төрлө дистанцияға йүгереү, спорт снарядын ырғытыу, йөҙөү, пуля м‑н атыу, көс гимнастикаһы) айырыла. Башҡортостанда П. үҫеше 1992 й. Өфөлә БДМИ, ӨДАТУ эргәһендә тәүге секциялар һәм махсуслашҡан “Снайпер” ДЮСШ‑нда бүлексә (Салауат ҡ.) асылыуы м‑н бәйле. Салауатта ҡышҡы П. б‑са донъя чемпионаты (2002), Донъя кубоктары этаптары (2003, 2005, 2007), егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында йәйге П. б‑са Рәсәй беренселеге (1993), Өфөлә — студенттар араһында ҡышҡы П. б‑са Рәсәй чемпионаты (2004) үткәрелә. Халыҡ‑ара ярыштарҙа З.Ғ.Искәндәров һәм Н.Х.Миңлеғолова юғары ҡаҙаныштарға ирешә. БР полиатлонсылары араһында: С.Ф.Кәримов — Донъя кубогын (1999), А.В.Смагин — Ҡышҡы П. б‑са Рәсәй кубоктарын (2001, 2003) яулаусы; С.Д.Ғүмәрова (1997—98), А.П.Конова (1993—94) һәм А.А.Моргунова (2002, 2004) донъя чемп., йәйге П. б‑са А.Г.Мозалевский Рәсәй чемпионы (2008). Респ. ДЮСШ‑ла П. б‑са 8 бүлексә, БДАУ, БДМУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ, Стәрлетамаҡ физик культуры ин‑ты эргәһендә секциялар эшләй, унда 7 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2008). 1993 й. алып БР П. Федерацияһы эшләй.

Р.М.Бикмөхәмәтов, Н.А.Сухоруков

Тәрж.М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика