ПЯТС Константин (11.2.1874, Лифляндия губ. Перновск өйәҙе Тахкуранна улусы — 18.1.1956, Калинин өлк., 1990 й. Таллинға күсереп ерләнгән), дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр. Юрьев ун‑тын тамамлаған (1898). 1918—19 йй. Эстон Республикаһының Ваҡытлы хөкүмәте премьер-министры, 1921 й. алып дәүләт старейшинаһы, 1934 й. хәрби түңкәрелештән һуң дәүләт башлығы хоҡуҡтары булған премьер-министр. 1937 й. башлап Дәүләт протекторы, 1938—40 йй. Эстон Республикаһы Президенты. 1940 й. июлендә Эстонияға совет ғәскәрҙәре индерелгәндән һуң ғаиләһе м‑н Өфөгә һөрөлә. 1941 й. июнендә төрмәгә ябыла. 1954—56 йй. махсус дауаханала була (Калинин ҡ. янында). Өфөлә П. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика