АССОЦИАЦИЯ, иҡтисадта: физик һәм (йәки) юридик шәхестәрҙең үҙ эшмәкәрлектәрен координациялау, үҙ-ара ярҙамлашыу һәм бер-береһенең мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн ойошторолған ирекле берекмәһе. А. составына ингән субъекттарҙың иҡт. үҙаллылыҡтары һәм юридик шәхес хоҡуҡтары һаҡлана. А. йәмәғәт ойошмалары булып тора һәм табыш алыуҙы маҡсат итеп ҡуймай. А. төп бурыстары — баҙар мөнәсәбәттәрен үҫтереү, конверсиялауҙың төбәк программаһын төҙөү, берҙәм хаҡ сәйәсәтен эшләү һ.б. Респ. иҡтисадында 20 б. 90‑сы йй. башында барлыҡҡа килгән ирекле берекмәләрҙең иң таралған формалары — крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары А., БР а.х. кооператорҙары А., дәүләт сәнәғәт пр‑тиелары А. (70‑тән ашыу). “Ауыл йорто” А. (1991), БР Тауар етештереүселәр федерацияһы, “Суперконцентрат” А. (1991), Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы, Башҡ‑н сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы (1993), БР Страховкалаусылар ассоциацияһы, БР Аудиторҙар А. (1997), “БР Күсемһеҙ милек баҙарының профессиональ ҡатнашыусылары” А. (1999), БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары А. (2000), БР Автомобиль сервисы һәм транспорт пр‑тиелары А. (2001), БР Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм а.х. кооператорҙары А. (2005), Башҡ‑н сауҙа А. (2006) һ.б. ойошторола. Иҡтисади реформаларҙы тормошҡа ашырыуҙа терр. дәүләт идаралығы органдары эшен координациялау, төбәк-ара программаларҙы эшләү һәм бойомға ашырыу маҡсатында төбәк-ара А. һәм союздар булдырыла. 1991 й. БР “Оло Урал” А. ағзаһы була, уға ш. уҡ 6 өлкә (Пермь, Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Төмән, Ҡурған) һәм Удмурт Респ. инә. 2011 й. ҡарата БР‑ҙа 236 А. теркәлгән.

Ф.С.Исхаҡова, Д.Ғүскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке