ПУЧКОВ Фёдор Абрамович (19.5. 1886, Һамар губ. Быҙаулыҡ ҡ. — 2.2. 1953, Колма ҡ., АҠШ), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.‑майор (1919). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Император Николай хәрби акад. (С.‑Петербург, 1914) тамамлаған. 1903—18 йй. рус армияһында, 1918 й. июль—дек. Халыҡ армияһында, 1919—20 йй. Рус армияһында. Июлдән Өфө губ. хәрби частар ойоштороу нач., сент. алып 1‑се Өфө див. штабы нач., окт. — 2‑се Өфө армия корпусы, 1919 й. февр. — 8‑се Кама див. нач., 1920 й. апр. — Алыҫ Көнсығыш армияһы ген.‑квартирмейстеры һәм штабы нач., 1921 й. июненән Амур буйы хөкүмәте ғәскәрҙәре штабы нач., 1921 й. дек. — Уссурийск казак ғәскәренең ғәскәри атаманы. 1922 й. Ҡытайға, һуңынан АҠШ‑ҡа күсеп китә. 3‑сө дәрәжә Изге Анна (1914), 3‑сө дәрәжә Изге Станислав (1914) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: 8‑я Камская стрелковая дивизия в Сибирском Ледяном походе //Вестник Общества русских ветеранов Великой войны. Сан- Франциско, 1930. №48—55.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика