ПУТЯТИН Авраам (Абрам) Артемьевич [яҡынса 1706 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1709) — 1769, Тверь губ. Ржевск өйәҙе], кенәз, дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1764), ген.-майор (1762). Сенатор (1768). 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыусы. Матем. һәм навигация фәндәре мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1725). 1725 й. алып рус армияһында. 1758—60 йй. Ырымбур сик һыҙығының Орск дистанцияһы коменданты. 1764—68 йй. Ырымбур губернаторы. Сенатҡа йәшерен хәбәрендә төбәктә игенселекте үҫтереү өсөн һәм башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғына ҡаршы сығыш яһаған. Башҡорт ерҙәренең (ҡара: Аҫабалыҡ) күбеһен тартып алырға, уларҙы күпләп һатырға, жалованный грамотаһы булмау (архивтарҙа юғалыу йәки юғалтыу) сәбәпле, башҡорт ихтилалдарында (173540) ҡатнашыусыларҙың биләмәләрен мишәрҙәргә оброкһыҙ файҙаланыуға бирергә тәҡдим иткән. Ырымбур сик һыҙығын нығытыу сараларын күргән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика