ПУСТОБАЕВ Пётр Алексеевич (1724—86, Рига наместниклығы Перново ҡ.), Крәҫтиәндәр һуғышында (177375) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Казак. Яйыҡ казак ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Ихтилалға 1773 й. нояб. ҡушыла. Халыҡты мобилизациялау м‑н шөғөлләнә һәм Ырымбур ҡ. янындағы, 1774 й. 22 мартында Татищев ҡәлғәһе эргәһендәге алыштарҙа ҡатнаша. 7 майҙа Магнит ҡәлғәһе тирәһендә А.А.Овчинников етәкс. отряд составында Пугачёвтың Төп ғәскәренә ҡушыла, май—авг. Көньяҡ Урал, Кама һәм Волга буйы терр‑яһындағы алыштарҙа ҡатнаша. 12 сент. Яйыҡ ҡаласығына ғәйебен танып килә. Яйыҡ йәшерен комиссияһында, нояб. алып Мәскәүҙә Сенаттың Йәшерен экспедицияһында тикшереү аҫтында була. Ғүмерлеккә Рига губ. һөргөнгә ебәрелә.

Әҙәб.: О в ч и н н и к о в Р.В. Следствие и суд над Е.И.Пугачёвым и его сподвижниками: источниковедч. исслед. М., 1995.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика