ПОГОДИН Василий Николаевич (11.7.1965, Өфө), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (1998). “Ағиҙел” (ауыр атлетика б‑са тренеры Г.В.Кочкин), “Батыр” (Л.Н.Копнин) спорт клубтары, Юғары спорт оҫталығы мәктәбе (П.С.Горулёв) тәрбиәләнеүсеһе, 1996—98 йй. армия спорт клубы өсөн сығыш яһай (Өфө; пауэрлифтинг б‑са тренеры Р.Р.Ғәҙиев). Ауыр атлетика б‑са СССР Хәрби‑һауа көстәре чемп. (1988), үҫмер спортсылар араһында РСФСР беренселеге еңеүсеһе (1985). Рәсәй кубогын яулаусы (1998), 82,5 кг (1997) һәм 90 кг тиклем (1998—99) ауырлыҡ категорияларында приседание яһауҙа пауэрлифтинг б‑са Рәсәй рекордсыһы.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.