ПЛЕХАНОВ Игорь Александрович (26.7.1933, Өфө — 2.8.2007, шунда уҡ), спортсы. Мотоспорт б‑са СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1965). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1969). Башҡортостан автомобиль транспорты идаралығының автомотоклуб тәрбиәләнеүсеһе. “Башҡортостан” (1962, 1964—69) һәм “Спартак” (Өфө, 1963) командалары өсөн сығыш яһай. Спидвей б‑са СССР (1960—61, 1963, 1965, 1968), хәрби‑техник спорт төрҙәре б‑са Бөтә Союз спартакиадаһы (1965), РСФСР (1960— 62) чемп., донъя (1964— 65) һәм СССР (1959, 1962, 1964, 1967) чемпионаттарының көмөш призёры, Европа чемпионаттарының бронза призёры (1961, 1967), шәхси ярыштарҙа “Чехословакияның алтын шлемы” халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе (1964, 1966), СССР (1962, 1964, 1967—69) һәм СССР халыҡтары Спартакиадаһы (1967) чемп., команда ярыштарында донъя чемпионаттарының көмөш (1964, 1966) һәм бронза (1967) призёры. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1961—69). 1970—72 йй. СССР йыйылма командаһы тренеры. РСФСР автомото яратыусылар йәмғиәтенең Башҡ‑н респ. советы рәйесе (1973—80). “Халыҡтар дуҫлығы” орд. м‑н бүләкләнгән (2004).

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Яндекс.Метрика