ПУЛЬКИН Григорий Степанович [1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Петропавловка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 12.1.1945, Борак а., Польша], Советтар Союзы Геройы (1940). 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленин орд. Артиллерия офицерҙарының Ҡыҙыл Байраҡлы юғары мәктәбен тамамлаған (1943). 1937 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1939 й. дек. — 1940 й. мартында Төньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә. 1941 й. июненән  Калинин һәм 1‑се Украина фронттарында артиллерия взводы, батарея, артиллерия дивизионы командиры. Герой исеменә 7‑се армия 19‑сы уҡсылар корпусы 28‑се артиллерия полкының артиллерия батарея тимерсеһе рядовой П. 1939 й. 23 дек. Пэрк-Ярви т. юл ст. (Финляндия) янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1940). Петропавловкала П. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика