ПЕТРОВ Евгений Владимирович (25.5.1978, Белово ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2001). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1999). Себер физик культура акад. тамамлаған (Омск ҡ., 2001). 1998 й. алып “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (Өфө; тренеры Р.Н.Латипов). Донъя (2 тапҡыр, 2000), Европа (2000) һәм Рәсәй (1999—2002) чемп., Донъя кубогы этаптары еңеүсеһе (2000—02), донъя чемпионатының бронза призёры (1999), профессионалдар араһында күп тапҡыр халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000, 2004). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998 й. алып). Почёт (2002), Халыҡтар дуҫлығы (2000) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика