ПЕТРОВ Дмитрий Васильевич (1.2. 1985, Өфө), спортсы. Фехтование б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006). Урал физик культура акад. тамамлаған (2007). 19‑сы СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Л.Р.Грушина), 2003—09 йй. Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай. Шәхси зачётта Рәсәй кубогын яулаусы (2006), шәхси һәм команда зачёттарында Рәсәй Ҡораллы көстәре чемпионы (2005—07). Донъя (2005), Европа (2003), Рәсәй (2004) чемп., донъя Кубогы этабы еңеүсеһе (2004—05), үҫмер спортсылар араһында Европа беренселегенең бронза призёры (2004). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2006—08). 2009 й. алып спорт профилендәге 5-се Респ. мәктәп‑интернатыныœ спорт эштәре б-са дир. урынбаҫары.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика