ПУГАЕВ Степан Александрович (1.10.1910, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Йүрүҙән ст. ҡсб — 28.12.1944, Фелединце ҡ., Чехословакия), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930—32 йй., 1936—41 йй. БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән ст. эшләй. 1932—36 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. авг. башлап Брянск, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 38‑се армия 180‑се уҡсылар див. 42‑се уҡсылар полкының отделение ком. сержант П. 1943 й. 27 сент. Украина ССР‑ының Яңы Петровцы а. тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). Белорет р‑нының Тирлән а. урамға П. исеме бирелгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика