ПСТЫГО Иван Иванович [10.4.1918, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сухополь а. (БР‑ҙың Архангел р‑ны) — 23.2.2009, Мәскәү], хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Геройы (1978). СССР‑ҙың атҡ. хәрби лётчигы. Авиация маршалы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби һауа көстәреның Юғары командирҙар составын камиллаштырыу осоу-тактика курстарын (Липецк ҡ., 1947), К.Е.Ворошилов ис. СССР Ҡораллы көстәре Ген. штабының Хәрби акад. (Мәскәү, 1957) тамамлаған. 1936 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. июненән Көньяҡ-Көнбайыш, Брянск, Сталинград, 1‑се һәм 2‑се Балтик буйы, 3‑сө Белоруссия һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. 1947 й. башлап авиация див. ком. урынбаҫары, авиация див. ком., авиация корпусы ком., 1959 й. — Германияла Совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң 23‑сө һауа армияһы командующийы, 1967 й. — СССР Хәрби-һауа көстәре Баш командующийы урынбаҫары, 1977 й. — СССР Ҡораллы Көстәренең Осоу хәүефһеҙлеге үҙәк инспекцияһы нач., 1983 й. — СССР Оборона министрлығының ген. инспекторҙар төркөмөндә. Ленин (1955, 1978), Окт. Революцияһы (1974), Ҡыҙыл Байраҡ (1942 й. авг. һәм сент., 1945, 1953, 1956, 1968, 1969), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1951), 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн” (1988), 3‑сө дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” (2008), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: На боевом курсе. М., 1989.

Әҙәб.: Командующие воздушными армиями. М., 2006.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика