ПРОТВИНЬ Иван Степанович (10.6.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ключи-Колос а., хәҙ. БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Аксаков а., — 18.8.1944, Литва ССР‑ының Жагаре ҡ. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Куйбышев т. юлында эшләгән. 1943 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1944 й. башлап 1‑се Балтик буйы фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 51‑се армия 87‑се уҡсылар див. 1379‑сы уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусыһы ефрейтор П. 1944 й. 18 авг. Литва ССР‑ының Круопяй ҡсб тирәһендәге алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1945). Аксаков а. урамға П. исеме бирелгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика