ПРОКОПЬЕВ Герман Терентьевич (17.10.1922, Сыуаш авт. өлк. Байгеево а. — 30.6.1999, Дзержинск ҡ.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып БАССРҙың Бишбүләк рнында колхозда эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. апр. алып Калинин, 1се һәм 2се Балтик буйы фронттарында 4се удар армия 200сө уҡсылар див. 661се уҡсылар полкының миномёт батареяһы тоҫҡаусыһы, 1945 й. ғин. башлап 2се Белоруссия фронтында 3сө удар армия 52се гвардия уҡсылар див. 124се гвардия артиллерия полкының артиллерия орудиеһы тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә. Дан орд. мн П. 1944 й. 31 июлендә Дубна й. (Даугава й. ҡушылдығы) аша сыҡҡанда, 24 сент. Эргли ҡ. (Латвия ССРы) янында һәм 20 апр. Берлинда барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) — Бишбүләк рнының Соловьёвка ҡасабаһында, 1947 й. башлап Дзержинск ҡ. эшләй. 1се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1се (1968), 2се (1944 й. нояб.) һәм 3сө (ш. уҡ йылдың авг.) дәрәжә Дан орд. мн бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

ПРОКОПЬЕВ Герман Терентьевич (17.10.1922, Сыуаш авт. өлк. Байгеево а. — 30.6.1999, Дзержинск ҡ.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып БАССРҙың Бишбүләк рнында колхозда эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. апр. алып Калинин, 1се һәм 2се Балтик буйы фронттарында 4се удар армия 200сө уҡ сылар див. 661се уҡсылар полкы ның миномёт батареяһы тоҫҡаусыһы, 1945 й. ғин. башлап 2се Белорус сия фронтында 3сө удар армия 52се гвардия уҡсылар див. 124се гвардия артиллерия полкының артиллерия орудиеһы тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә. Дан орд. мн П. 1944 й. 31 июлендә Дубна й. (Даугава й. ҡушылдығы) аша сыҡҡанда, 24 сент. Эргли ҡ. (Латвия ССРы) янында һәм 20 апр. Берлинда барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) — Бишбүләк рнының Соловьёвка ҡасабаһында, 1947 й. башлап Дзержинск ҡ. эшләй. 1се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1се (1968), 2се (1944 й. нояб.) һәм 3сө (ш. уҡ йылдың авг.) дәрәжә Дан орд. мн бүләкләнгән. Ғ.Һ.Булатов Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика