ПРОВИНЦИЯ, 18 б. Рәсәйҙәге адм.‑терр. берәмек. Пётр I адм. реформалары һөҙөмтәһендә ойошторола, 1719 й. 29 майындағы указ м‑н губерналарҙың бер өлөшө итеп раҫлана. П. — өйәҙҙәргә, ҡайһы берҙәре дистрикттарға һәм киҫәктәргә бүленгән. П. үҙәге итеп ҙур торама пункт һайланған, унда П. төп учреждениелары урынлашҡан. Воевода тарафынан идара ителгән, ул туранан‑тура Сенатҡа һәм дәүләт коллегияларына, 1727 й. алып губерна канцелярияларына (ҡара: Воевода идаралығы) буйһонған. Воевода присутствиенан (уға воевода һәм уның урынбаҫары ингән) торған провинция канцелярияһына, канцелярияларға (канцеляристар, күсермәселәр, тышлаусылар, подканцеляристар, протокол яҙыусылар, теркәүселәр, секретарҙар һ.б.), канцеляриянан тыш хеҙмәт итеүселәргә (йомошсолар, йән башына һалым йыйған һалдат һәм офицерҙар, гарнизон һалдаттары, офицерҙары, ҡарауылсылар һ.б.) етәкселек иткән. Провинция канцелярияһы хоҡуҡ тәртибен тәьмин иткән, халыҡ иҫәбен алып барған, төҙөкләндереүҙе, һалым, йөкләмәләр үтәлешен, үҙидараны, төрмәләрҙе һаҡлауҙы күҙәткән. Башҡортостандың төп терр‑яһы Өфө провинцияһына, ҡайһы бер өлөштәре Ҡазан губернаһының Вятка, Ҡазан, Көңгөр (Пермь), Сембер П., Себер губернаһының Тубыл П., Ставрополь провинцияһына ҡараған. Исәт провинцияһы, Ырымбур провинцияһы, Ставрополь һәм Өфө П. Ырымбур губернаһы составына ингән. 1775 й. императрица Екатерина II адм. реформалары һөҙөмтәһендә П. бөтөрөлә (ҡара: Административ‑территориаль ҡоролош).

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика