ПЕСТРЯЕВ Андрей Михайлович (5.12.1969, Фирғәнә ҡ.), спортсы. Бокс б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1991). 42‑се ПТУ‑ның бокс секцияһы (Стәрлетамаҡ ҡ.; тренеры М.М.Ғәлләмов), “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы (Өфө; тренеры Р.М.Ғибәҙуллин) тәрбиәләнеүсеһе. СССР халыҡтары спартакиадаһы чемп. (1991), РСФСР чемп. (1988, 1991), Король кубогына халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (Швеция, 1992). Профессионалдар араһында донъя (2002) һәм Европа (1997, 1999) чемпионы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1992). СССР (1991 й. алып) һәм БДБ (1992) йыйылма командалары ағзаһы. 2005 й. башлап 2‑се урта мәктәбенең (С.‑Петербург) тренер‑уҡытыусыһы.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика