ПРИМАКИН Иван Васильевич (8.11.1923, Петроград губ. Маилковы Горки а. — 8.11.1982, Туймазы ҡ.), лётчик, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Молотов пилоттар хәрби авиация мәктәбен (Пермь ҡ., 1942) тамамлаған. 1939 й. алып 381‑се з‑дта (Ленинград) эшләй. 1940 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. февр. алып Көньяҡ-Көнбайыш һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 17‑се һауа армияһы 306‑сы авиац. див. 951‑се штурмлау авиация полкының звено ком. лейт. П. 315 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Благовещенск, Туймазы ҡҡ. эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945, 1946), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Туймазыла урамға П. исеме бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика