АССАМБЛЯЖ (фр. assemblage), һынлы сәнғәттә ғәҙәти булмаған материалдарҙан эшләнгән әҫәр. А. техникаһы 20 б. башында кубистар коллажынан, Пикассо һәм итальян футуристарының тәүге абстракт скульптураларынан барлыҡҡа килә. Концептуаль сәнғәт төрө булараҡ А. бер үк ваҡытта төрлө пластик һәм рәсем сәнғәте элементтарын киңлектә һәм яҫылыҡта интуитив һәм аңлы рәүештә берләштереүҙән ғибәрәт.

Башҡортостанда А. техникаһында Н.Ғ.Байбурин (“Мәрйен Мәфрүзә”, 1988; “Ял ит, Сизиф”, 1989; “Үксәгә йәбешкән ҡара эт”, 2000), В.М.Ханнанов (“Айлы төн”, 1989; “Миф тыуыу” циклынан “Ирҙәр өсөн фрейдазм”, “Тылсымлы флейта”, икеһе лә — 1997) эшләй. Р.Х.Ғәйетов (“Майлз Дэвисҡа арнау”, «“Sibilla” композицияһы», “Квинтэссенция. Бишенсе асыл”; бөтәһе лә — 1996), Р.Н.Бураҡанов (“Юл”, “Ауылда”, икеһе лә — 1998), Р.Р.Моратшин (“Механик кирбес эраһы”, 1997; “Баҫҡынсы”, 1998) композициялары билдәле.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке