ПЕГОВ Валентин Алексеевич (1.1.1950, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Урыҫ‑Юрмаш а.), тренер. Дзюдо б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1987), Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006), бөтә Союз категориялы судья (1978). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1977). 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры Н.Д.Попов). Рәсәй чемп. (2005—07), Европа чемпионаттарының көмөш призёры (2005, 2007), шәхси зачётта донъя чемпионаттарының көмөш (2006) һәм бронза (2007) призёры, мастерҙар араһында команда зачётында Европа чемпионаттарының еңеүсеһе (2005) һәм көмөш призёры (2006). 1972 й. алып 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ының тренер‑уҡытыусыһы, өлкән тренер‑уҡытыусыһы һәм дир. урынбаҫары, 1979 й. башлап “Спартак” ДСО‑һының Башҡ‑н, Рәсәй һәм Үҙәк советтары, 1990 й. — БР йыйылма командаһы һәм БР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, 1997—2004 йй. — Рәсәй паралимпия йыйылма командаһының өлкән тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында О.В.Крецул, В.Н.Мичурин, В.Е.Сафонов, М.Е.Яковлев, ш. уҡ 40‑ҡа яҡын СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м‑н бүләкләнгән (2002).

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика