ПРЕОБРАЖЕНСКИЙ Евгений Алексеевич (3.2.1886, Орёл губ. Болхов ҡ. — 13.7.1937), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1903 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1905—08 йй. Мәскәү, Брянск, Орёл, Өфө, Златоуст ҡҡ. революцион эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә. 1909—17 йй. һөргөндә була. 1918—19 йй. РКП(б)‑ның Урал өлкә ком‑ты президиумы рәйесе, 1920 й. ғин. алып РКП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты секретары, 1920 й. апр. — 1921 й. мартында РКП(б) ҮК секретары. 1921 й. алып РКП(б) ҮК һәм РСФСР ХКС‑ының финанс ком‑ты рәйесе, 1924—27 йй. СССР финанс ХК коллегияһы, Ҙур Совет энциклопедияһының редакция коллегияһы ағзаһы. 1930 й. башлап Түб. Новгород крайы план ком‑ты рәйесе урынбаҫары, 1932 й. СССР еңел сәнәғәт ХК коллегияһы ағзаһы. 1933 й. дек. алып игенселек һәм малсылыҡ ХК бүлегенең нач. урынбаҫары. 1927 й. һәм 1933 й. ВКП(б) сафынан сығарыла (3 йылға һөргөнгә хөкөм ителә), 1930 й. һәм 1933 й. яңынан алына. Репрессиялана (1936), атыла. Аҡлана.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика