ПОСПЕЛОВ Пётр Иванович [10.8.1924, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Ләүәле а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 2006, Златоуст ҡ.], Дан. орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып В.И.Ленин ис. з‑дта (Златоуст) эшләй. 1942 й. башлап Совет Армияһында. Дек. алып Брянск, Үҙәк һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 13‑сө армияның 12‑се артиллерия див. 32‑се артиллерия бригадаһы 539‑сы гаубица артиллерия полкында разведчик булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н П. 1943 й. 15—23 сент. Жиличи а. (Украина ССР‑ы), 1944 й. 15 авг. Пулава ҡ. (Польша) һәм 1945 й. 20 апр. Карциг а. (Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1947) Златоуст т. юл ст., 1967 й. башлап тимер-бетон изделиелар з‑дында (Учалы ҡ.) эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 1‑се (1946), 2‑се (1944) һәм 3‑сө (1943) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика