ПОСКРЁБЫШЕВ Александр Николаевич (7.8.1891, Вятка губ. Успенское а. — 3.1.1965, Мәскәү), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Ген.-лейтенант. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Фельдшерҙар уч‑щеһын тамамлаған (Вятка ҡ., 1914). 1917—18 йй. Пермь губ. Баранчинский советы рәйесе, 1919 й. башлап Төркөстан армияһының Сәйәси бүлегендә иҫәп-хисап һәм мәғлүмәт бүлеге мөдире, 1919 й. көҙөнән советтарҙың Златоуст башҡарма ком‑ты һәм өйәҙ революцион ком‑ты рәйесе. 1921 й. алып Эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттарының Өфө губерна башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары, РКП(б) губерна ком‑тының ойоштороу бүлеге мөдире. 1922 й. башлап Мәскәүҙә партия эшендә: майҙан алып РКП(б) ҮК‑ның Эштәр идаралығы инструкторы, мөдир урынбаҫары, 1924 й. — ген. секретарь ярҙамсыһы, 1930 й. — йәшерен бүлек мөдире, 1934 й. — махсус сектор мөдире, бер үк ваҡытта 1935 й. башлап ВКП(б) ҮК‑ның ген. секретары канцелярияһы мөдире. 1952—53 йй. КПСС ҮК Президиумы һәм Президиум бюроһы секретары. СССР ЮС‑ының 1—3‑сө саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1939, 1951).

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика