ПОПОВ Семён Ефремович [10.3.1917, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Кандаковка а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 8.11.1987, Прокопьевск ҡ.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кемерово өлк. Усть-Барзасск урман сәнәғәте хужалығында эшләгән. 1942 й. авг. алып Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 9‑сы танк корпусы 8‑се мотоуҡсылар бригадаһының разведка отделениеһы ком. ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н П. 1944 й. 27 июлендә Яново торама пункты, 1945 й. 14 ғин. Радом ҡ. (икеһе лә — Польша), 25 апр. Берлин янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Прокопьевск ҡ. йәшәй һәм эшләй. Ҡыҙыл Байраҡ, 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, 1‑се (1946), 2‑се (1945), 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика