ПОПОВ Николай Ильич (24.12.1912, Өфө — 28.8.1943, Украина ССР‑ы Михайловка а.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө сәй төрөү ф‑каһында, Өфө урман з‑дында эшләгән. 1943 й. авг. алып Воронеж фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 4‑се гвардия армияһы 68‑се гвардия уҡсылар див. 202‑се гвардия уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал расчёты ком. гвардия сержанты П. 1943 й. 28 авг. Михайловка а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944). П. эшләгән з‑д бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика