ПОПОВ Геннадий Петрович (7.11.1917, Өфө — 24.6.1976, Свердловск ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). СССР ЭЭМ‑ының атҡ. хеҙм‑ре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск юридик ин‑тын тамамлаған (1953). 1938 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. башлап Днепр хәрби флотилияһында хеҙмәт итә. Герой исеменә 66‑сы айырым төтөн м‑н маскировкалау һәм газһыҙландырыу отряды тулҡынсыһы баш старшина П. 1944 й. июнь—июлендә Скрыгалово, Дорошевичи аа. һәм Пинск ҡ. (бөтәһе лә — Белорус ССР‑ы) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Свердловскиҙа эшләй. Ленин (1945), 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика