АСПИРАНТУРА (лат. aspiro — ынтылам, яҡынайырға тырышам), вуздан һуң проф. белем биреү системаһында ғилми һәм ғилми‑пед. кадрҙар әҙерләү формаһы. Ғилми‑тикшеренеү учреждениеларында һәм юғары уҡыу йорттарында тормошҡа ашырыла. Рәсәйҙә А. 1925 й. РСФСР Мәғариф ХК эргәһендә, 1930‑сы йй. алып СССР вуздарында һәм ҒТИ‑ларында ойошторола. БАССР‑ҙа 1930 й. окт. Тимирязев К.А. исемендәге Педагогия институты эргәһендә А. әҙерлек курстары асыла. Курстарҙы уңышлы тамамлаусылар Мәскәү һәм Ленинград вуздары һәм ғилми учреждениелары А. алына. 1931 й. Өфөлә Башҡ. коммунистик ун‑ты эргәһендә (16 кеше), 1933 й. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑ты эргәһендә (5 кеше) А. асыла. Т.Ғ.Байышев, Р.М.Раимов, Ә.Чаныш, Ҡ.З.Әхмәров респ. тәүге фән канд. була. 1944 й. — БДМИ, 1946 й. БАХИ эргәһендә А. асыла; 70‑се йй. уртаһына ҡарай СССР ФА‑һы БФ‑ы, “БашНИПИнефть” Башҡ‑н нефть сәнәғәте ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑ты, БНИИСХ, ӨАИ, ӨНИ‑нең ш. уҡ үҙ А. була. 2009 й. БР‑ҙа вуздар һәм фәнни‑тикшеренеү учреждениелары А. 2,9 меңдән ашыу аспирант уҡый, фән канд. ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүгә дисс. яҡлау б‑са 47 дисс. советы эшләй. Техник (678 аспирант), иҡт. (262) фәндәре, Ер т‑дағы фәндәр (214), филол. (212), пед. (196), физика‑матем. (191), мед. (179), химия (172), биол. (162), юридик (125) фәндәр б‑са фәнни тикшеренеүҙәргә өҫтөнлөк бирелә.

С.А.Хәлфин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке