ПОПОВ Андрей Фёдорович [25.6.1910, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡуян а. (БР‑ҙың Бөрө р‑ны) — 5.5.1947, Бөрө р‑ны Иҫке Баҙан а.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. окт. алып Калинин, Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 57‑се армияның 93‑сө уҡсылар див. 107‑се айырым сапёр батальоны сапёры ефрейтор П. 1944 й. 22—26 мартында Украина ССР‑ының Константиновка а. янында Көньяҡ Буг й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1944) Иҫке Баҙанда йәшәй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. П. исеме м‑н Бөрө ҡ. урам аталған, Иҫке Баҙанда уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғәримова

 

Яндекс.Метрика