ПОПЕЧИТЕЛЛЕК, идара итеүҙең кантон системаһындаадм.‑терр. берәмек. 1834 й. авг. В.А.Перовский тарафынан башҡ. һәм мишәр халҡы өҫтөнән ҡурсалау ойоштороу өсөн булдырыла. Башҡорт-мишәр ғәскәре 6 П. (һәр береһе 2—5 кантондан торған) бүленгән. 1‑се П. 1—3‑сө башҡ. кантондары (үҙәге Красноуфимск ҡ. урынлашҡан), 2‑сегә — 4—5‑се башҡ. һәм 1‑се мишәр кантондары (Силәбе ҡ.), 3‑сөгә — 6‑сы, 9‑сы башҡ. кантондары (Ырымбур ҡ.), 4‑сегә — 7‑се башҡ., 2‑се һәм 5‑се мишәр кантондары (Стәрлетамаҡ ҡ.), 5‑сегә — 8‑се, 10‑сы башҡ. һәм 3—4‑се мишәр кантондары (Өфө), 6‑сыға — 11—12‑се башҡ. кантондары (Минзәлә ҡ.) ҡараған. 1855 й. 9 П. иҫәпләнеп, 1‑сегә — 1—3‑сө кантондар, 2‑сегә — 4—6‑сы, 3‑сөгә — 7—8-се, 4‑сегә — 9—11-се, 5-сегә — 12—16‑сы, 6‑сыға — 17—19-сы, 7‑сегә — 20—23-сө, 8‑сегә — 24—25‑се, 9‑сыға — 26—28‑се кантондар ингән. П. попечитель (рус армияһының штаб-офицеры) етәкселек иткән, уның бурыстарына халыҡтың йәшәү рәүешен һәм хакимиәт ҡарарҙарының, халыҡ хөкөмдәренең үтәлешен контролдә тотоуға, ялыуҙар ҡарау, енәйәттәр тикшереү (ауыр енәйәттәрҙән тыш), йөкләмәләрҙең атҡарылыуын, мөгәзәйҙәрҙәге иген запасын, хеҙмәткә яраҡлыларҙың һәм отставкалағы казактарҙың һаулығын, урындағы халыҡ араһынан сыҡҡан кантон чиновниктарының һәм унтер-офицерҙарының белем алыуын күҙәтеүгә ҡайтып ҡалған. Хәрби эштәрҙә — Башҡорт ғәскәре командующийына, гражданлыҡ эштәрендә Ырымбур граждан губернаторына буйһонған. Попечитель писарҙан, тәржемәсе һәм стряпчийҙан (суд эштәрен хәстәрләүсе) торған канцеляриға етәкселек иткән. 1865 й. П. бөтөрөлә.

Әҙәб.: Асфандияров А.З. Кантонное управление в Башкирии (1798—1865 гг.). Уфа, 2005.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика